

*Стажы булмаған граждандарға социаль пенсия алыу өсөн 2026 йылда ҡатындарға 64 йәш, ир-егеттәргә 69 йәш тулырға тейеш.
*Страховка стажы булмаған бөтә төр инвалидтарға.
*18 йәшкә тиклемге етем балаларға һәм көндөҙгө бүлектә уҡыусы 23 йәшкә тиклемге етемдәргә.
*Себерҙәге аҙ һанлы халыҡ вәкилдәренән 55 йәше тулған ирҙәргә һәм 50 йәше тулған ҡатындарға.
Әйткәндәй, социаль пенсия 1 апрелдән 6,8 процентҡа индексациялана. Мәҫәлән, бала саҡтан I төркөм инвалиды, инвалид балалар 2026 йылдың 1 апреленә тиклем 21177,59 һум пенсия алған булһа, 1 апрелдән һуң уларҙың пенсияһы 22617,67 һум була. Ә бала саҡтан II төркөм инвалиды булған граждандарҙың пенсияһы әлегә 17648,24 һум тәшкил итһә, артҡандан һуң 18848,32 һумға күтәрелә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.