Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар , 12:30

Күп балалы ғаиләләр бәләгә тарыған

Шаран һәм Иглин райондарында күп балалы ғаиләләр йортһоҙ ҡала. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы хәбәр итә.

Күп балалы ғаиләләр бәләгә тарыған
Күп балалы ғаиләләр бәләгә тарыған

 Кисен Салмалы ауылында бер ҡатлы кирбес йортта янғын сыға. Утты һүндерергә шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм урындағы ауыл хакимиәтенең ирекле янғын һүндереүселәре килә. Ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем өйҙән өс өлкән кеше һәм бала үҙаллы сығып өлгөргән. Әммә 53 йәшлек ир-ат төтөн еҫенә ағыулана һәм дауаханаға оҙатыла.  Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡала.

Шулай уҡ, уҙған ял көндәрендә Иглин ауылында ла янғын сыға.

Ут ете кешенән торған ғаилә йәшәгән бер ҡатлы бүрәнә йортто ялмап ала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Иглин ауылы хакимиәтенең ирекле янғын һүндереү командаһы көсө менән янғын һүндерелә.

 Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ. Зыян күргән күп балалы ғаилә хәҙер ваҡытлыса күршеләрендә йәшәп тора.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас