Пенсияға сыҡҡандан һуң һәр эшләгән йыл өсөн пенсионер пенсия балы ( ИПК) ала. Уны йыл йомғаҡтары буйынса эш биреүсе йәки пенсионерҙың үҙе тарафынан күсерелгән страховка иғәнәләре иҫәбенә тәғәйенләйҙәр. Рәсәй Социаль фонды эшләгән йылдың киләһе йылына 1 августан ошо балдар иҫәбенә пенсияны яңынан иҫәпләй. Мәҫәлән, 2026 йылдың 1 авгусында 2025 йылда эшләгән балдарҙы иҫәпкә алып пенсия яңынан иҫәпләнә. Йәғни пенсияға уҙған йылда эшләгән балл өсөн иҫәпләнгән сумманы ҡушалар, әммә өсәүҙән артыҡ түгел. Тимәк, бер йыллыҡ эш хаҡы күләменә ҡарамаҫтан эшләп йөрөүсе пенсионерға өс балдан артығы өҫтәлмәй.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.