Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар , 13:55

Енәйәт эше янай

24 йәшлек егет ялған водитель таныҡлығы менән йөрөгәндә тотолған.

Енәйәт эше янайЕнәйәт эше янай
Енәйәт эше янай

Өфө-Яңауыл юлының 61-се саҡрымында "Дэу Матиз"ды автоинспекторҙар туҡтатып, документтарҙы тикшереү барышында таныҡлыҡтың ялған булыуын асыҡлай.

Водитель таныҡлыҡты өс йыл элек таныштарынан 85 мең һумға һатып алыуын һөйләгән. 

Уға ҡарата административ протокол төҙөлгән, транспорты махсус туҡталҡаға ҡуйылған.

Хәҙер был егеткә енәйәт эше янай.

Фото: БР ДАИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас