

Илшат Йомағолов пьесаһы буйынса Фирғәт Ғарипов ҡуйған был музыкаль комедияла ул Таибә ролен башҡара.
Юбилярҙың шатлығын уртаҡлашырға уның ижадын һөйгән тамашасылар, яҡындары, коллегалары, яҡташтары йыйылды. Спектаклдән һуң Гөлфиә Рафиҡованы театр директоры Зиннур Сөләймәнов юбилейы менән ҡотлап Почет грамотаһы тапшырҙы. Шулай уҡ халыҡ артисын яҡташы - виртуоз ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев һәм академтеатр коллективы исеменән Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев тәбрикләне.
Күңелдәрен халыҡсан, нәзәкәтле образдары менән арбаған актрисаны тамашасылар ҙа дәррәү алҡыштарға һәм гөлләмәләргә күмде.