Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Января , 11:00

Бәхетһеҙ осраҡмы әллә үлтергәндәрме?

Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Әлшәй районы Ҡайраҡлы ауылы кешеһенең һәләк булыу факты буйынса енәйәт эшен тикшереү тураһында отчет талап итте.

Бәхетһеҙ осраҡмы әллә үлтергәндәрме?Бәхетһеҙ осраҡмы әллә үлтергәндәрме?
Бәхетһеҙ осраҡмы әллә үлтергәндәрме?

Фажиғә былтыр октябрҙә була. Иргә мал аҙығы тейәп ебәреп торорға тәҡдим итәләр һәм ул башҡа хеҙмәткәрҙәр менән бергә келәткә юллана. Бер нисә сәғәттән һуң билдәһеҙ шарттарҙа ул үлемесле йәрәхәтләнә.

Һәләк булыусының тол ҡатыныиренең үлемен тикшереү барышы менән риза түгел һәм, уның үлеме криминаль характерҙа, тип иҫәпләй. Уның һүҙҙәренсә, ваҡиғанан һуң бер кем дә яуаплылыҡҡа тарттырылмаған, тип хәбәр итә төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте. Әлшәй районында йәшәгән ҡатын, әлегеге осраҡты тикшереүҙәрен һорап, Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесенә мөрәжәғәт итә.  

Александр Бастрыкин  ведомствоның төбәк бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Марат Ғәлихановҡа тикшереү барышында асыҡланған шарттар тураһында доклад менән сығыш яһарға, ә тикшереү тамамланғас, уның һөҙөмтәләре хаҡында отчет бирергә ҡуша.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас