Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Января , 04:00

Ҡыйыу, батыр, ҡаһарман!

Яҡташыбыҙ, махсус хәрби операция яугиры, "Башҡортостан" полкының матди тәьмин итеү ротаһы старшинаһы Дилшод Юнысов ҡаршы яҡтың терәк пунктын алғанда яраланған штурмовиктарға беренсе медицина ярҙамы күрһәткән.

Ҡыйыу, батыр, ҡаһарман!Ҡыйыу, батыр, ҡаһарман!
Ҡыйыу, батыр, ҡаһарман!

Юнысов штурмға барырға үҙе теләк белдергән. Дошман төркөмөн тапҡандар ҙа, ут асҡандар. Әммә дрондары ла килеп еткән шул. Беҙҙең яугирҙар яралаған. 

Дилшод иһә үҙенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, яуҙаштарын ҡотҡарырға ынтылған - дөрөҫ итеп медицина ярҙамы күрһәткән һәм тынысыраҡ урынға алып сыҡҡан.

Был батырлығы өсөн уға "Ҡыйыулыҡ өсөн" миҙалы тапшырылған.

Афарин, батыр! Иҫән-һау ҡайт!

Фото: telegram-канал «Башкирский батальон».

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас