Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар , 12:00

Ҡуйыртылған һөт менән торт

  Ял көндәре бешеренеп алайыҡ.

Ҡуйыртылған һөт менән торт
Ҡуйыртылған һөт менән торт

 

Ҡамыр өсөн 1 банка ҡуйыртылған һөт (360-380 г), 2 йомортҡа, 160-180 г он,  50 г аҡ май, 10 г ҡамыр йомшартҡыс , кремға 350 г һарҡытылған кибет  ҡаймағы (20%)йәки эремсекле сыр, 90 г шәкәр пудраһы кәрәк.

Ҡамыр өсөн бөтәһен бергә ҡушып болғатырға  һәм  ике тигеҙ өлөшкә бүлеп бешерергә.

Һәр йәймәне ике өлөшкә ҡырҡырға. Эремсекле сырға шәкәр пудраһы һалып, болғатырға һәм ошо масса менән  һәр йәймәне һылап, тортты йыйырға. Араһына еләк-емеш һалырға ла мөмкин.Корждан ҡалған киҫәктәрҙе ваҡлап, торттың тышын биҙәргә.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас