

Ошо турала ул үҙенең сәхифәһендә яҙҙы:
- Хәрбиҙәребеҙгә 40-сы гуманитар йөктө алып барҙыҡ! Нәҡ Раштыуа байрамына ир-егеттәр өйҙән посылкалар һәм хәбәрҙәр алды. Тыуған яҡтың йылыһы бөгөн улар өсөн иң мөһим таяныс. Был сәфәр Бакал ҡалаһының "Боевое братство" менән хеҙмәттәшлегебеҙ һөҙөмтәһе булды. Бергә тырышҡанда, һәр эш башҡарып сығырлыҡ. Айырым рәүештә Бакал ҡалаһының битараф булмаған кешеһе - Андрей Александрович Караваевҡа рәхмәт белдергем килә. Андрей Александрович яҡлаусыларыбыҙға посылкаларҙы алып барыу өсөн транспорт бирә. Бына шундай кешеләр беҙҙең ныҡлы тылды тәшкил итә! Был сәйәхәтте ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәм ярҙам иткән һәр кемгә ҙур рәхмәт. Һеҙҙең изге йөрәктәрегеҙ һәм ҡатнашлығығыҙ беҙҙең яугирҙарға көс һәм ышаныс бирә. Берләшкән саҡта беҙ көслөбөҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ҡалдырмайбыҙ!
Фото: https://vk.com/lilia_mullanurova