Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Января , 07:45

Рәсәй йондоҙҙары ҡатнашлығында фильм төшөрөлә

Режиссерҙы Белорет, Архангел районының һоҡланғыс тәбиғәте йәлеп иткән.

Рәсәй йондоҙҙары ҡатнашлығында фильм төшөрөләРәсәй йондоҙҙары ҡатнашлығында фильм төшөрөлә
Рәсәй йондоҙҙары ҡатнашлығында фильм төшөрөлә

Республикала режиссер Михаил Калининдың «Хыялға тиклем автостоп менән» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы төшөрөлә. Унда Рәсәйҙең билдәле киноактрисалары Роза Хәйруллина менән  Ольга Тумайкина уйнай. Кинокартина  сюжеты буйынса оло йәштәге ҡатын әхирәте менән бөтә Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығырға һәм бер ҡасан да булмаған Ирәмәлгә барырға хәл итә. Юлда төрлө хәлдәргә тарыйҙар.

Фильм 2026 йылдың икенсе яртыһында сығасаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас