Уның коллекцияһында Петр I осорондағы әйберҙәр ҙә бар.
“Музей коллекцияһын ошо иҫтәлекле артефакттар менән тулыландырыу экспозицияны киңәйтергә, күберәк кешеләр йәлеп итергә һәм уларҙы фажиғәле ваҡиғаларға алып ҡайтырға, һуғыш осорондағы батырлыҡтарҙы күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Әлеге ваҡытта Санкт-Петербургта эшләгән Фәдис Мәхийәнов күп йылдар дауамында төҙөлөш, тарихи артефакттар коллекцияһын йыйыу менән шөғөлләнә. Үҙ музейына ҡиммәтле экспонаттар тапшырыу тураһында ҡарар уның тыуған төйәге менән тәрән бәйләнешен һәм райондың мәҙәни мираҫына үҙ өлөшөн индерергә теләүен күрһәтә”, – тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.