Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Января , 18:25

Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!

Һыуыҡ тынды ҡурып, хатта ағастарҙы ла шаҡырайтып туңдырған көндө ярышҡа бер кем дә килмәҫ кеүек ине. Бындай селләлә кем йөрөһөн, тип кенә Маныштыға барып төшһәк, унда халыҡтың күплеге! Ярай, ҡырыҫ тау-урмандар араһында йәшәп бешеккән белореттар үҙҙәре электән ныҡ, сыҙам, сыныҡҡан кешеләр, минус ҡырҡ булһа ла, иҫтәре китмәҫ, башҡа ҡала-райондарҙан да килеп еткән бит әле ул рухлылар. Бала-сағалар ҙа, өлкән йәштәгеләр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә башҡорт биатлонында ҡатнашырға, еңергә сәмләнеп йыйылғайны. Күпкөрәш еңелдән түгел: тәүҙә 1800 метрҙы бер тау үренә артылып, бер шыуып төшөп, һунар саңғыһында елдереп үтергә (таяҡһыҙ!), шунан һуң икенсе этапта яндан өс уҡ атырға, артабан винтовканан “тейендәргә” тейергә һәм һуңғы һынауҙа тоҡтарҙағы сәптәргә һөңгө сәнсергә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, шыйыҡтарҙың хәленән килерҙәй түгел, көслөләрҙең бәйгеһе.

Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!

Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!

17 ғинуарҙа Белорет районының Манышты ауылында башҡорт һунарсыһы Бигарыҫлан Солтанов исемендәге Милли һәм этник спорт төрҙәре күпбәйгеһе - башҡорт биатлоны буйынса 4-се республика турниры уҙҙы.

 Зәһәр һыуыҡ тынды ҡурып, хатта ағастарҙы ла шаҡырайтып туңдырған көндө ярышҡа бер кем дә килмәҫ кеүек ине. Бындай селләлә кем йөрөһөн, тип кенә Маныштыға барып төшһәк, унда халыҡтың күплеге! Ярай, ҡырыҫ тау-урмандар араһында йәшәп бешеккән белореттар үҙҙәре электән ныҡ, сыҙам, сыныҡҡан кешеләр, минус ҡырҡ булһа ла, иҫтәре китмәҫ, башҡа ҡала-райондарҙан да килеп еткән бит әле ул рухлылар. Бала-сағалар ҙа, өлкән йәштәгеләр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә башҡорт биатлонында ҡатнашырға, еңергә сәмләнеп йыйылғайны. Күпбәйге еңелдән түгел: тәүҙә 1800 метрҙы бер тау үренә артылып, бер шыуып төшөп, һунар саңғыһында елдереп үтергә (таяҡһыҙ!), шунан һуң икенсе этапта яндан өс уҡ атырға, артабан винтовканан “тейендәргә” тейергә һәм һуңғы һынауҙа тоҡтарҙағы сәптәргә һөңгө сәнсергә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, шыйыҡтарҙың хәленән килерҙәй түгел, көслөләрҙең бәйгеһе. Ярышсыларҙы, көйәрмәндәрҙе, бәйгене ҡыҙыҡ күреп, аяҡ аҫтында буталып йөрөгәндәрҙе маныштылар йырҙар йырлап, гармун уйнап, тирмәләр ҡороп ҡаршы алды, самауыр сәйе, тәмле былау, тәм-томдар менән һыйланы. Ауылдың егәрле ҡатын-ҡыҙҙары төн йоҡламай бешергән ризыҡтары өҫтәлдәрҙән “йылп” итеп ҡалды, өлгөргәне өлгөрҙө ашап, өлгөрмәгәне ҡоро сәй һемерҙе, тиер инек, уларға ла тәмлекәстәр етте, шөкөр.   

Ә стартта Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәнис Алтынбаев яндан атылырға әҙер уҡ ише үҙ сиратын көткән ярышсыларҙы шаяртып-көлдөрөп, еңеүгә дәртләндереп торҙо. Бер остоҡ малайҙы:

- Нисә айыу тоттоң? – тип мәрәкәләне.

- Берәүҙе лә, - тигән булды уныһы.

- Бәрҙе тотҡаның бармы? – һаман һорау алыуҙы дауам итте үткер телле, шаян комментатор.

- Ю-юҡ, - тип һуҙҙы малай.

- Дөрөҫ, ул “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән, уны тоторға ярамай! Әйҙә, һинең сират, алға!

Еңеүгә табан ашығып сығып китте бала. Бер-бер артлы старт алған ҡыҙҙар һәм малайҙар сылбыры дистанция буйлап һуҙылды. Ҡаҡса ғына ҡыҙыҡай уҡ атыу этабына илай яҙып килеп етте:

- Башҡаса булдыра алмайым!

Әсәһе уны:

- Әйҙә, әйҙә, саҡ ҡына ҡалды, - тип әйҙәне.

- Һиңә рәхәт, улай тип әйтеүе, - ҡыҙсыҡ танауын шый тартты. – Үҙең йөрөп ҡара!

Шулай ҙа дистанциянан сыҡмай, финишҡа тиклем барып етте.

Балаларҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙар етеҙлеккә, ныҡлыҡҡа, сослоҡҡа көс һынаны.

Яндан уҡ атыу этабына “аһ” та “уһ” килеп туҡтаған ханым:

- Уй, маңҡа аға әле ул бында, - тип зарланды.

- Олатайымдың ошондай мыйығы булған, ошондай ҡылысы булған, тип һөртәһең дә ебәрәһең, - тип шаяртты көйәрмәндәр. Икенсе ярышсыны:

- Аҫҡараҡ ат, аҫҡараҡ! – тип өйрәттеләр.

- Иң мөһиме – осто! – тип һыр бирмәне гүзәл зат вәкиле.

Судьялар Маныштынан Ғайса Мәғәфүров менән Ҡырмыҫҡалы районынан һыбай уҡсы булараҡ дан ҡаҙанған Асҡар Ишбирҙин ҡайһы бер уҡтарҙы сәптән тартып ала алмай:

- Үәт, исмаһам, атҡан тәк атҡан, сығарып та булмай, уҡ осо тороп ҡалды инде, - тип тел шартлатты.

Ситкә осҡан уҡтарҙы балалар ярҙамында ҡар борҡотоп күпме генә эҙләһәләр ҙә, бер нисәүһен таба алманылар, яҙ көнө килеп сыҡһалар, маныштылар аптырамаҫ. Бәйгеселәрҙе ҡыҙығып күҙәткән, ярышта ҡатнашҡан ҡыҙының тоғро көйәрмәне Гөлнур Ишбирҙина:

- 9 йәшлек Сафия ҡыҙыбыҙ, атаһынан күрмәксе, һыбай уҡ атыу менән шөғөлләнә, йырларға ла ярата, “Сулпылар” конкурсында урын да алды, - тине ғорурланып. – Мин әле атмайым, әммә киләсәктә, бәләкәс ҡыҙыбыҙ ҙа ҙурайһа, тотош ғаиләбеҙ менән ярыштарҙа ҡатнашырбыҙ, тип ниәтләйем.

Минең дә киләһе йыл ҡатнашырға теләгем бар, тип торған Манышты мәктәбе уҡытыусыһы Рәйлә Мөлөкова (ҡыҙ фамилияһы Мырҙағәлина) бер заман дәртләнеп китеп, дистанцияны үтеп тә ҡуйҙы:

- Маныштыны һәм Рәми Ғарипов исемендәге БРГИ-ны һынатыу юҡ, тип сыҡтым да киттем! Таныштарҙың барыһына ла гәзит аша сәләмдәремде тапшырам!

Ярыштан ситтә ҡалмаған ете бала әсәһе Гөлсәсәк Йомағолова һоҡланыу уятты. Иң өлкән улы Тимурға, буласаҡ офицерға, 21 йәш булһа, иң кесеһенә, Гөлсинәгә, ни бары һигеҙ ай!

- Бөгөн минең менән бергә алтынсы синыфта уҡыған Нургизә ҡыҙым менән Архангелдә колледжда белем алған Ринат улым бәйге тота, - тине маҡтауға, оло хөрмәткә лайыҡ әсә.  

 Күрше Сәфәрғол ауылынан Рәзинә Сәлихова ярышта конкурстан тыш саңғыла йүгерҙе, уҡ атты, һөңгө ташланы:

- Һуң ғына ҡайттым Өфөнән, шуға теркәлеп өлгөрмәнем, - тине Өфөнөң 18-се дауаханаһында логопед булып эшләгән һылыу. – Бик-бик оҡшаны ярыш! Икенсе йыл мотлаҡ ҡатнашам!

Ҡатын-ҡыҙҙарҙан һуң ир-егеттәр араһында башланды ярыш.

Әбйәлилдән мәргән уҡсы Нуриман Хәйруллин елдән етеҙерәк осоп килеп, уҡ атҡанда сәптең уртаһына ғына, көйәрмәндәр әйтмешләй, “еббәрҙе”! Ни тиһең инде – профессионал! Күҙ теймәһен үҙенә.

Пенсионер Рәмил Исламов та бирешмәне, ярайһы төҙ атты. Ҡырҡ йыллап хеҙмәт стажы булған Рәмил Фәхретдин улын:

- Шәберәк! Һин поездан да йәһәтерәк йөрөргә тейеш! Машинист бит һин! – тип дәртләндерҙе элек уның менән бергә эшләгән Илназ Ғүмәров. Аҙаҡ трассаға ымланы:

- Ана, Фәрит Мөхөтдин улы Исламов килә. Ул да машинист, пенсияла. Ағайҙарҙың икеһе лә Усманғәле ауылынан.

Уларҙың үксәһенә ана баҫам, бына баҫам, тип килгән 1958 йылғы Самат Тәржимин ир-ат араһында иң олоһо булды, шикелле. Ғәбдөк ауылынан бер егет юлдан, машинаһынан да сыҡмай ғына, Маныштынан машинист Алмас Сәмсетдиновҡа һөрәнләне:

- Алмас ағай, дауай, дауай! Бирешмә, алға!

Ҡупшы куртка, йылы салбар кейгән бәләкәй ҡыҙ саңғыла елдергән атаһы артынан ҡалышмаҫҡа тырышып, эргәһенән йүгерҙе:

- Һин ҡайҙа булдың? Ә мин һине эҙләнем!

Шул бәләкәй бала атаһын уҡ атырға ла өйрәтеп ҡысҡырҙы:

- Аҫҡараҡ ат! Өҫкәрәк ат!

Һөңгө ташлаусыларҙың көйәрмәндәре араһында ла өйрәтеп тороусылар табылды:

- Еңгә! Һәнәкте һыйырға ҡалай бәрәң, шулай ырғыт һөңгөнө!

- Ҡайҙа хәлең?! Нығыраҡ һелтән, әй!

- Һөңгө ташлайым тип быуыныңды сығарып ҡуйма, ипләберәк!

Шундай күңелле, шау-гөр килгән бәйге ахырына ла яҡынлашты. Ауыл халҡын хөрмәтләп, һөйөндөрөп, был бәйгелә өсөнсө тапҡыр ҡатнашҡан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зариф Байғусҡаров, тәүгегә ҡатнашҡан Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов ярыштың мәртәбәһен күпкә арттырып ебәреүен әйтеп тә тораһы түгел. Зариф Байғусҡаров Манышты ауылының ҡунаҡсыл халҡына, “Ирҙәр ҡоро”ноң әүҙем ағзаларына ысын күңелдән рәхмәт белдереп, рәхмәт ҡағыҙҙарын, исемле сәғәттәр бүләк итте.

Яҡташтарын Ҡатай ырыуының ҡор башы, Башҡортостан адвокаттар палатаһы президенты, МХО ветераны Булат Йомадилов, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин да тәбрикләп, күпбәйгенең ниндәй юғары кимәлдә үтеүен дәлилләне. Турнир алдынан ҡунаҡтар ауылдың “Ирҙәр ҡоро” төҙөкләндергән Атай һәм Йәшлек шишмәләрен ҡараны, яугирҙар паркына сәскә һалды, мәктәптәге музейҙа 400 йылдан ашыуыраҡ тарихы булған Манышты ауылы үткәндәрен байҡаны, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тылда хеҙмәт итеүселәргә, сәйәси золом ҡорбандарына арналған мемориалды күреп, сәскә һалып, ата-бабалар рухы алдында баш эйҙе.

Мәрәйҙәрҙе иҫәпләп бөткәс, еңеүселәр асыҡланды. Шулай итеп, сәмле, көсөргәнешле турнирҙа беренсе урынды Мәҙинә Сәмсетдинова, Гөлнур Сәлимова, Илвир Асҡаров, Нуриман Хәйруллин яуланы! Кәримә Ноғоманова, Нурзидә Абдрахманова, Искәндәр Иҙрисов, Алмас Хажиәхмәтов икенсе урынды алды. Айсын Сабитова, Раушания Сабитова, Тимур Хәйруллин, Фидан Усманов пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде. Иң мәргән уҡсылар исеменә Нуриман Хәйруллин менән Рәмзиә Ибәтуллина лайыҡ булды. Түбәнге Төлмәй ауылында тыуып үҫкән, махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған яугир Буранбай Яздановтың әсәһе Сөмбөл Риф ҡыҙы Нургизә Йомағоловаға, Айназ Абдрахмановҡа һәм Алмас Хажиәхмәтовҡа махсус приздарын тапшырҙы. Ярышта ғаиләләре менән ҡатнашҡан Мөксиновтар, Мадьяровтар, Абдрахмановтар, Сәмсетдиновтар, Йомағоловтар, Ғайсиндарға Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы айҡанлы бүләктәр бирелде. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилев Белорет районының Өфөләге “Артыш” яҡташтар ойошмаһы исеменән ауылдың йомарт, уңған, аш-һыуға оҫта ағинәйҙәренә бүләктәрен тапшырҙы. Иң өлкән ҡатнашыусы – Усманғәле ауылынан 75 йәшлек Рәйсә Фәтҡудинова булһа, иң йәш спортсы – 8 йәшлек Данил Йәшелбаев, ә иң алыҫтан килеүсе Илдус Ибраһимов ине. Уларҙы ла приздар, алҡыштар менән тәбрикләнеләр.

Күрше майҙансыҡта башҡорт хәрби көрәше “Ҡара ҡаплан” буйынса ярыш барҙы. Уны Башҡортостандың MMI буйынса чемпионы, Манышты ауылы егете Рәнзил Мөлөков ойошторған. Әлбиттә, дуҫтары, ауылдаштары менән бергә. “Ҡара ҡаплан”да ла һәр һыҙатта һәм дөйөм еңеүселәр билдәләнде, бүләктәр алды! Айырым әйтеп үтергә кәрәк: был сараларҙы үткәргәндә бер тин хөкүмәт аҡсаһы сарыф ителмәгән, барыһы ла маныштылар һәм башҡа битараф булмағандар ярҙамы менән ойошторолған. Манышты ауылы егете, “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһенең урынбаҫары, сараның уртаһында ҡайнаған, төп ойоштороусыларҙың береһе Раян Миһранов:

- Беҙ киләсәк быуындарға, йәштәргә тамырҙарын табып, рухи яҡтан да нығынырға ярҙам итәбеҙ, - тип билдәләне. - Тамырһыҙ башҡортҡа башҡорт булып ҡалырға бер ниндәй ҙә аҡса ярҙам итмәйәсәк. Ниндәй файҙа һинең башҡорт булыуыңдан - шытып сығыр тамырың ҡалмаһа?! Тап ошондай саралар халҡыбыҙҙың уникаль спорт традицияларын һаҡлай, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләй, рухты, быуындар бәйләнешен нығыта. Ауылдаштар ныҡ ҡыуандырҙы, ойоштороу эшендә лә, ярышта ла ҡатнаштылар, үҙҙәре тирмәләр ҡорҙо, бәҙрәфтәр төҙөнө, ярыш майҙандарын әҙерләне, бүләктәргә, аш-һыуға аҡса йыйҙы. Шундай берҙәмлек, әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарҙың һәр кеменә ҙур рәхмәт!

Башҡорт һунарсыһы Бигарыҫлан Солтанов исемендәге Милли һәм этник спорт төрҙәре күпбәйгеһе - башҡорт биатлоны буйынса 4-се республика турниры күҙ асып йомғансы ҡыҙыу, йәнле үтте, хатта көн йылынып китте. Ысын бына! Ышанмаһағыҙ, киләһе йыл килеп, тәбиғәтте лә, үҙегеҙҙе лә һынап ҡарағыҙ.

Фото: автор, Н.Рәхмәтуллин.

Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Маныштыла иң ныҡтар көс һынашты!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас