Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар , 13:00

Хәүефһеҙлек саралары күреләсәк

Православие динендәгеләр  үҙҙәренең дини байрамын – Крещение көнөн  билдәләй, мәкелә сумып сыға.  

Хәүефһеҙлек саралары күреләсәк
Хәүефһеҙлек саралары күреләсәк

Православие динендәгеләр  үҙҙәренең дини байрамын – Крещение көнөн  билдәләй.

Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Шуға ла һәр кем үҙен сафландырыу, ауырыуҙарынан арыныу өсөн боҙло һыуға сумып сыға.

Был дини йоланы үтәү өсөн республиканың  48 районы һәм 9 ҡалаһында мәке уйылған. Диндарҙарҙы 18 ғинуар киске сәғәт 8 –ҙән 19 ғинуар киске 8-гә тиклем көтәләр. Һәр һыу инеү урыны баҫҡыстар һәм тотонғостар менән йыһазландырыласаҡ, яр буйында кейенеү бүлмәләре ҡуйыласаҡ. Халыҡ именлеге һағында ҡотҡарыусылар, табиптар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре дежур итәсәк.
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу инеү урындарының рәсми исемлеген тәҡдим итә: https://02.mchs.gov.ru/deyatelnost/poleznaya-informaciya/svedeniya-o-mestah-kreshchenskih-kupaniy-v-2026-godu

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас