

1 февралдән ҡала буйлап йәмәғәт транспортында йөрөү хаҡы 5 һумға арта һәм ҡулаҡса йәки банк картаһы менән түләгәндә 46 һум тәшкил итә (41 урынына). «Алға» картаһы буйынса юл хаҡы 34 һум урынына 42 һум торасаҡ. Ҡала-ара маршруттарҙа хаҡ 1 километр өсөн 4,6 һум була. Ташламалы “Алға” картаһы менән файҙаланыусы пенсионерҙар, инвалидтар элеккесә ай һайын 600 һум түләйәсәк.
Юл хаҡы һуңғы тапҡыр 2024 йылдың июнендә артҡайны.
БР Транспорт министрлығында юл йөрөү хаҡының артыуын яғыулыҡҡа, запас частарға хаҡ күтәрелеүе һәм автопаркты яңыртыу кәрәклеге менән аңлаталар.