Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар , 19:00

Социаль түләүҙәр арта

Һөйөнсө! 1 февралдән 40-тан ашыу түләү, пособие һәм компенсация күләме арта.

Социаль түләүҙәр арта
Социаль түләүҙәр арта

«2026 йылдың 1 февраленән 40-тан ашыу түләү, пособие һәм компенсация индексациялана. 2026 йылда индексация коэффициенты 1,056 тәшкил итә, шуға ярашлы түләү 5,6 процентҡа арта», - тиелә Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы белдереүендә.

 Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «2026 йылда түләүҙәрҙе, пособиеларҙы һәм компенсацияларҙы индексациялау коэффициентын раҫлау тураһында»ғы ҡарар проекты йәмәғәтселек тикшереүенә тәҡдим ителгән, тип аңлатма бирҙеләр матбуғат хеҙмәтендә. Атап әйткәндә, беренсе бала өсөн “Әсәлек капиталы”на сертификат суммаһы 38,6 мең һумдан ашыуға 728 921,9 һумға тиклем арта. Икенсе бала тыуғанда ғаиләгә өҫтәмә 234 321,27 һум түләнә. Әгәр ғаилә беренсе балаға “Әсәлек капиталы”н алмаған икән, уның күләме 963 243,17 һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта уҙған йылдарҙа сертификат алған һәм файҙаланылмаған аҡсаларының бер өлөшө ҡалған ғаиләләр өсөн дә сумма арттырыла. Бала тыуғанда бирелгән пособие 28,5 мең буласаҡ.Хеҙмәт геройҙарына һәм «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға айлыҡ түләүҙәр 76,5 мең һум тәшкил итәсәк.

 Бынан тыш, февралдән ветерандарға һәм инвалид граждандарға түләүҙәр, бала тәрбиәләгән өсөн пособие, айлыҡ страховка түләүе, эшһеҙлек буйынса пособие һәм башҡа социаль ярҙам саралары индексациялана.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас