

БР Урман хужалығы министрлығында 2025 йылға орлоҡ әҙерләүгә йомғаҡ яһалды. Был эш «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә алып барыла. Йыл һайын үҙенең орлоҡ фондын булдырыу төбәктең урман хужалыҡтарына урмандарҙы тергеҙеү өсөн кәрәкле сифатлы үҫентеләр менән тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Уҙған йылда урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре бөтәһе 3,2 тонна урман үҫентеләре орлоғо әҙерләгән.
Ағас үҫтереүсе төп тоҡомдарға өҫтөнлөк бирелгән. 2,2 тонна ҡарағай һәм 610 килограмм шыршы орлоҡтары, шулай уҡ йүкә, ҡайын һәм дардар партиялары әҙерләнгән. Орлоҡтар - еңел материал тиерлек. Бер тонна тубырсыҡтан ни бары 10 килограмм таҙа орлоҡ алыуға өлгәшелә. Был сеймалдың дөйөм ауырлығынан 1 процент ҡына тәшкил итә.
– Беҙ төбәктән ситтә орлоҡ һатып алмайбыҙ, тик үҙебеҙҙең фондҡа ғына таянабыҙ. Урындағы, районлаштырылған материалды файҙаланыу беҙгә ябыҡ технологик циклға булышлыҡ итергә һәм урман культураларының юғары табыш алыуына өлгәшергә мөмкинлек бирә. Үҙебеҙҙең орлоҡ базаһы – ул урмандарҙы уңышлы тергеҙеү нигеҙе, – тип белдерә БР урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров.
Сәсеү материалы сифатҡа комплекслы экспертиза үткән. Белгестәр һәр этапта - тубырсыҡ йыйыуҙан алып уларҙы тәүге эшкәртеүгә, киптереүгә һәм һаҡлауға һалыуға тиклем - ҡәтғи технологик контроль тәьмин итте. Шытым һәм шытым энергияһының юғары күрһәткестәре һәр орлоҡ партияһына рәсми таныҡлыҡтар менән раҫлана.