Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Января , 13:00

Шпинатлы рулет

Табынға ҡуйырға тәмле рулет яһайбыҙмы?

Шпинатлы рулетШпинатлы рулет
Шпинатлы рулет

 

150 г шпинат, 3 йомортҡа, 3 ҡалаҡ он, 200 эремсекле сыр, 150 г ҡыҙыл балыҡ кәрәк.

Шпинатты блендерҙа ваҡлап, йомортҡа, он һалып, ҡамыр эшләргә һәм ошо массаны пергамент ҡағыҙға йәйеп, ҡыҙған мейестә бешереп алырға. Әҙер йәймәне мейестән алғас та эҫе килеш төрөп, өҫтөн ҡаплап торорға. Һуғынан йәймә эсенә эремсекле сыр, тоҙланған ҡыҙыл балыҡ һалып рулет формаһында төрөргә. Һыуынғас, табынға киҫеп ҡуйырға.

Фото: 7dach.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас