Быйыл шәхси пенсия коэффициенты суммаһы 156,75 һумға тиң, ә билдәләнгән түләү – 9584,69 һум. Шулай итеп, 30 балл менән минималь пенсия түбәндәгесә иҫәпләнә: 30 х 156,76 + 9 584,69 = 14 287,49 һум.
Әммә пенсионерҙың йәшәү минимумы тигән төшөнсә бар. 2026 йылда ул 16288 һумға тиң. Әгәр ҙә һеҙҙең пенсия ошо сумманан кәмерәк икән, ул саҡта эшләмәгән пенсионерҙарға өҫтәмә түләү була.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.