Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар , 10:00

2026 йылда пенсия: ҡасан, күпмегә һәм кемдәргә?

Йыл һөйөнөслө яңылыҡтан башланды. 1 ғинуарҙан хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһы артты.

2026 йылда пенсия: ҡасан, күпмегә һәм кемдәргә?
2026 йылда пенсия: ҡасан, күпмегә һәм кемдәргә?

    2026 йылдың 1 ғинуарынан ҡартлыҡ, инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса страховка пенсияһы алыусыларҙың пенсияһы 7,6 процентҡа индексацияланды. Кемдәр социаль, дәүләт йәки хәрби пенсия ала, уларға 1 апрелгә һәм 1 октябргә тиклем көтөргә тура килә. Әйткәндәй, страховка пенсияһы ике өлөштән тора билдәләнгән түләүҙән һәм страховка өлөшөнән. Уның икәүһе лә 7,6 процентҡа индексациялана. Ошоға ярашлы, йыл башынан страховка пенсияһының билдәләнгән үҙгәрмәй торған өлөшө 9584,69 һум, ә  пенсия балының хаҡы 156,76 һум тәшкил итә.    Мәҫәлән, әлегә тиклем һеҙ 20000 һум пенсия алған булһағыҙ, артҡандан һуң ул 21520 һум буласаҡ:   20 000 х 1,076 (+7,6%) = 21 520.

   Башҡортостан Республикаһы буйынса Социаль фонд бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, пенсия күләме һәр осраҡта  пенсия алыусыға тәғәйенләнгән  пенсияға ҡарап, айырым иҫәпләнә. Сөнки ул кешенең эшләгән  йылдарында йыйған балдарына бәйле.

2025 йылдың 1 сентябренә ҡарата республикала  ҡартлыҡ буйынса уртаса пенсия күләме   24 282  һум тәшкил итте.   Ә  артҡандан һуң  ул 26 127  һумға етәсәк.  Хаҡлы ялдағыларҙың күптәре арттырылған пенсия алып һөйөнөп тә өлгөрҙө. Мәҫәлән, Мәләүездән Зәйтүнә апай: “Пенсиям апаруҡ ҡына артҡан ул, 1500 һумға күберәк алдым”, – ти. Ә Дүртөйлөнән Флидә ханым: “Әле пенсия алмағанмын, беҙгә 23-өндә генә күсә. Артҡандан һуң 20000-гә яҡын булырға тейеш. Шөкөр, иң мөһиме һаулыҡ булып, пенсияларыбыҙҙы имен-һау тотонорға яҙһын”, – тип һөйөнөп ултыра.

Социаль фонд бүлеге  мәғлүмәттәре буйынса, республикала 1,125 млн  пенсионер йәшәй. Индексация уларҙың барыһына ла ҡағыла.

 Бынан тыш,   1 апрелдән   социаль пенсиялар 6,8 процентҡа арта, ә  1 октябрҙән хәрби пенсионерҙарҙың пенсияһы 4 процентҡа күтәрелә.  Шулай уҡ 1 августан  эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы ла бер аҙға күтәрелә.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас