Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар , 11:45

Ябай эшсе үлем тоҙағына эләккән

Бер хата арҡаһында уның ғүмере өҙөлә яҙа.

Ябай эшсе үлем тоҙағына эләккән
Ябай эшсе үлем тоҙағына эләккән

Өфөнөң Бөрө тракты урамында ғәҙәттән тыш хәл теркәлә. Был хаҡта Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр иттеләр. Билдәле булыуынса, буш цистернаны йыуғанда эшсе уның эсенә ҡолай. Сәбәбе – билдәһеҙ токсик матдә парҙары менән ағыуланыу.

Эшсе цистернанан үҙаллы сыға алмай. Ҡотҡарыусылар альпинист ҡорамалдары ярҙамында зыян күреүсене күтәреп сығара. Зыян күргән 46 йәшлек ир аңынын юғалтҡан була. Уны артабан дауаханаға һалыу өсөн ашығыс ярҙам бригадаһына тапшыралар. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас