«Ёлковорот» — Бөтә Рәсәй экологик акцияһы ул. Беҙҙең республикала ла шыршыларҙы утилләштереү ойошторола. Хатта тапшырған шыршы урынына бүләк алырға мөмкин.
Байрамдан һуң шыршының кәрәге ҡалмай, әммә ағастан кәрәкле нәмә эшләргә була. Сүплектә иһә ул серей алмайынса оҙаҡ ята, мөхиткә зыян килтереүе ихтимал, ти белгестәр.
Шуға ла уны айырым йыйыу урынына тапшырыу яҡшыраҡ.