Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар , 18:50

Өс көн ҡаңғыртҡандар!

Өфөнән 73 йәшлек ҡатынды мутлашыусылар өс көн дауамында көслө баҫым аҫтында тотҡан. 

Өс көн ҡаңғыртҡандар!
Өс көн ҡаңғыртҡандар!

Пенсионер ҡатындың телефонына мессенджерҙан шылтыратыу килә. Ир кеше үҙен "домофон ҡуйыусы" тип таныштыра, ҡорамалды алмаштырыр өсөн ҡатындың телефонына килгән смс-кодты һорап ала.
Бер нисә минуттан икенсе номерҙан шылтыраталар.
Тупаҫ ир ҡатынға аҡыра башлай, "дошмандарға" мәғлүмәт тапшырыуҙа ғәйепләй һәм эҙемтәләр менән янай. Тиҙҙән федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре бәйләнешкә сығасағын һәм уның күрһәтмәләре буйынса эш итеү кәрәклеге тураһында хәбәр итә.

Федераль именлек хеҙмәтенең ялған хеҙмәткәре беренсе шылтыратыуҙың маҡсаты тикшереү булыуын һәм хәҙер пенсионерға "хәүеф янауы" хаҡында белдерә. Тупланмаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн "белгес" бөтә аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә ҡуша, ярҙам итергә вәғәҙә итә.

Даими телефон аша күҙәтеү аҫтында булған пенсионер өс көн дауамында үҙенең бөтә аҡсаһын банктан ала ла, 4 миллион һумдан ашыу сумманы енәйәтселәрҙең иҫәбенә күсерә. Һуңғы күсереүҙән һуң ғына зыян күреүсе үҙенең енәйәт ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу булығыҙ. Әгәр ҙә һеҙгә законһыҙ операция тураһында шикле шылтыратыу килһә, һөйләшеүҙе туҡтатырға кәңәш ителә. Аҡсаларығыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, телефон аша таныш булмаған кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрҙе бирмәгеҙ.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас