Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар , 12:05

Ришат Төхвәтуллин бик яҡын кешеһен юғалтҡан

Ошондай ҡайтара алмаҫлыҡ юғалтыу йырсыға ныҡ тәьҫир иткән. Ул донъяға бөтөнләй икенсе төрлө ҡарай һөйләгән.

Ришат Төхвәтуллин бик яҡын кешеһен юғалтҡан
Ришат Төхвәтуллин бик яҡын кешеһен юғалтҡан

– Дуҫтар, Ильяс Ғимауетдиновты – яҡын дуҫымды юғалтҡас, тағы ла бер нәмәне нығыраҡ аңлай башланым… Шулай сабып йөрөйбөҙ, донъя, мал артынанҡыуабыҙ, өйгә ҡайтып инмәйбеҙ… Улым Әлим менән булғым килә, атай-әсәйем, туғандар менән. Рәхәтләнеп мунса инеп, һөйләшеп ултырыу урынына, гел ҡайҙалыр сабаһың. Тегеһе лә кәрәк, быныһы ла…

Был – зарланыу түгел, әммә ғүмер уҙып бара. Йәшәргә лә онотмаҫҡа ине. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, йәш ваҡытта йөрөп тә, әммә йәшәп тә ҡалырға кәрәк. Иҫән булайыҡ – иң мөһиме.

Элек бындай темаға бик уйланғаным юҡ ине. Йәшәй-йәшәй ҡиммәттәр, күҙаллауҙар үҙгәрә. Мин дә олоғаям, күрәһең, – тип яҙа ул социаль селтәрендә.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас