Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Января , 13:30

Ҡотҡарғандар!

5 ғинуарҙа "Тиҙ ярҙам" водителе сменанан һуң киске сәғәт унда шәхси автомобилендә өйөнә ҡайтып барғанда Ауырғазы районында юлдан оса. Уны ҡотҡарған ДАИ хеҙмәткәрҙәре тураһында бөгөн баш автоинспектор Владимир Севастьянов яҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡотҡарғандар!Ҡотҡарғандар!
Ҡотҡарғандар!

Был ваҡиғалар алдынан, 4 ғинуарҙа, буран ҡоторғанға Дүртөйлө, Ҡалтасы һәм Яңауылға юлдар тулыһынса ябыла. Икенсе көндө хәрәкәт тергеҙелә, әммә һуңынан йәнә ҡар яуа, юлдарға көрт һала. Нефтекама егете үҙенең "Ситроен"ында ҡарлы юлдан ситкә төшөп китә һәм көрткә сума. Телефонының заряды бөткәс, ярҙам да саҡыра алмай.

Шул кистә Яңауыл йүнәлешендәге юлды юл-патруль хеҙмәте экипажы инспекторҙары Рәмил Фәхретдинов менән Артур Хайрланамов тикшерә. Ҡар тотҡононда ҡалған машинаны күреп, полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ярҙамға килә. Водителдең хәлен белешеп, машинаны үҙаллы сығарырға маташалар. Сығара алмағастары, автоцистерна водителен туҡтаталар, ярҙам һорайҙар. Йөк машинаһы автомобилде һөйрәгән саҡта юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары, яҡтыртҡыс маяҡтарҙы ҡабыҙып, урында хәүефһеҙлекте тәьмин итә.

Ҡотҡарылған водитель инспекторҙарға оло рәхмәт белдергән.

Фото һәм видео:https://web.telegram.org/k/#@V_Sevastyanov

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова