Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар , 06:10

Ҡотлайбыҙ!

Хәбәрсебеҙ Баныу Ҡаһарманованы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Өфөлә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының конференц-залында Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Журналистарҙы Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов һәм башҡалар һөнәри байрам менән ҡотланы, министрлыҡтар һәм ведомстволар ойошторған конкурстар йомғаҡтары буйынса журналистар, шул иҫәптән хеҙмәттәшебеҙ Баныу Ҡаһарманова ла бүләкләнде.

Ул Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР Финанс министрлығы, Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкы бүлексәһе, Башҡортостандың Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге, республикабыҙ Журналистар союзы ойошторған “Аҡса тураһында – ябай ғына” IV Республика конкурсының “Финанс грамоталылығы темаһын иң яҡшы яҡтыртыу «Тарих” номинацияһында 1-се урын яуланы. Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыу буйынса журналистарҙың республика конкурсында 3-сө урын алды.

– Был еңеүҙәрем өсөн “Йәшлек” гәзитенең эшсән, татыу, берҙәм коллективына, беҙҙе ҡеүәтләп, яуланғандарҙа туҡтап ҡалмай, һәр ваҡыт алға барырға, уңыштарға өлгәшергә дәртләндергән етәксебеҙ Артур Дәүләтбәковҡа, тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт!  –ти Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Баныу Латиф ҡыҙы. – Һуңғы ике йылда инвестициялар һәм башҡа финанс хеҙмәттәр өлкәһендә, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән мутлыҡтарҙы иҫкәртеүгә арналған материалдарҙы күп яҙам, киләсәктә лә ошо юҫыҡта эште дауам итергә, кешеләрҙе мутлашыусыларҙан-бәләләрҙән һаҡлауға үҙ өлөшөмдө индерергә ниәтләйем.

Хеҙмәттәшебеҙҙе лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да һөнәри уңыштар теләйбеҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас