Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Января , 04:20

Мәктәптәр йыһазландырыла

Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла "Йәштәр һәм балалар" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның "Бөтә яҡшы нәмә балаларға" тигән йүнәлеше лә бар.

Мәктәптәр йыһазландырылаМәктәптәр йыһазландырыла
Мәктәптәр йыһазландырыла
Милли проект һәм программалар маҡсаттарына өлгәшеүгә беҙҙең республика ла ҙур өлөш индерә. Уҡыу йорттары, мәктәптәр кәрәкле ҡорамалдар, әйберҙәр менән йыһазландырыла. Мәҫәлән, Миәкә районы мәктәптәрендә "Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре", "Хеҙмәт" дәрестәре өсөн йыһаздар алына. Былтыр бер мәктәпте йыһазландырыуға 289 мең һумдан ашыу субсидия бүленгән, биш мәктәпкә - 1,5 миллион һумдан ашыу.
Район хакимиәте башлығы Наил Ғүмәров белдереүенсә, 2027 йылға үрҙәге предметтар буйынса комплектлау 100 процент тәшкил итәсәк.
Фото: Контента | Инфоповод, Миәкә р-ны хакимиәте.

Беҙҙе МАХ-та ла уҡы! 

 

 

Мәктәптәр йыһазландырыла
Мәктәптәр йыһазландырыла
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас