Бөгөн Башгидрометүҙәк синоптиктары фараздары буйынса, республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -10, -15°, урыны менән -20°тиклем.
Йома, 16 ғинуарҙа, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо фаразлана.
Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -17, -22°, урыны менән -24, -29°, көндөҙ -10, -15°, урыны менән -20°.