Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар , 21:00

Һин көслөһөң, тиҙәр

  Һин көслөһөң, тиҙәр. Көслө микән? Бирешмәҫкә генә тырышам. Үс иткәндәй ҡайсаҡ донъяһы ла Уның һайын әллә ҡарыша.

Һин көслөһөң, тиҙәр
Һин көслөһөң, тиҙәр

 

Бер-бер артлы ала яҡындарҙы
Сир-сырхауы тора һағалап.
Һине өнәмәгән ғәйбәтселәр
Сәүек эттәй сыға абалап.

 

,,Донъя", тиеп аталған диңгеҙҙә
Батмаҫ өсөн күпме көс кәрәк.
Илар саҡтарҙа ла йылмаяһың,
Ҡайғыларҙы бикләп төпкәрәк.

 

Эстә ниҙәр барын кем һуң белә?
Кәүҙәбеҙ бит бары ҡабырсаҡ.
Көстәр бөтөп, ошо донъяларҙан
Биҙгән мәлдәр була ҡайһы саҡ...
Сәфинә ӘХМӘТОВА

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас