Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар , 19:30

Эш кәрәкме?

Эшкә алабыҙ, онлайн әңгәмә үткәрәбеҙ ҙә. Стажировка ла тәҡдим итәбеҙ. Тап ошондай иғландар менән муттар кешеләрҙе алдай.

Эш кәрәкме?
Эш кәрәкме?

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, аферистар ҙур компанияларҙа, дәүләт ойошмаларында һәм Үҙәк банкта вакансиялар тураһында иғландар тарата.

Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта йәшәүсе бер ҡатын шундай иғлан таба ла, ситтән тороп эшләргә йыйынып, махсус сайтта теркәлә, һылтанма аша видео-ҡушымтаға күсеп, куратор менән аралаша башлай. Вәғәҙә ителгән вакансия банк өлкәһе менән бәйле булғас, банк картаһында 150 мең һумдан ашыу аҡса булырға тейеш, ти куратор. Зыян күреүсенең аҡсаһы кәмерәк була, ләкин ул сумма ла бер аҙҙан юғала. Куратор проблеманы хәл итеү өсөн үҙенең юрисын тәҡдим итә. Уныһы ҡатынға аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн кредит алырға кәрәклеген белдерә, ә кредитты алыр өсөн ышаныслы кеше талап ителә. Зыян күреүсе ярҙам һорағас, әхирәте уға яҡынса 300 мең һумлыҡ кредит алып биргән. Шуның менән "эшкә инеү" тамамланған, ике ҡатын аҡсаһыҙ ҡалған.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы сираттағы тапҡыр иҫкәртә: аҡса менән бәйле манипуляциялар үткәреүҙе талап иткән таныш булмаған кешеләрҙең күрһәтмәләрен тыңламағыҙ, шикле тәҡдимдәрҙән һаҡ булығыҙ. Һәр ваҡыт таныш булмаған кешеләрҙән килгән мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ. Әгәр муттарға тарыһағыҙ, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ, дуҫтар! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас