

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса бүлегенә ғариза менән 59 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән.
Ул Рысҡужа ауылынан 3 километр алыҫлыҡта, ғәҙәттә үҙенең малы йөрөгән урманда, атының ҡалдыҡтарын табыуы тураһында һөйләй.
Эш барышында полиция күрше Тирмән ауылынан 52 һәм 43 йәшлек ике ирҙең квадроциклда һунарға барыуын асыҡлай.
Уларҙың һунарҙары уңышһыҙ була, шуға күрә, аттар өйөрөн күргәс, уларҙың береһен атып үлтерергә ҡарар итәләр, шунан сана килтереп, тураҡланған атты өйҙәренә ташыйҙар.
Ғәйепләнеүселәрҙе полиция бүлегенә алып килгәндәр, улар үҙҙәренең ғәйебен таный.
Әлеге ваҡытта был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 158 статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ, дуҫтар!
https://max.ru/yeshlek_gazite