Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар , 11:00

Беҙҙең герой!

Ауыр мәлдәр булһа, күңел төшөп, эске шәм һүрелгәндәй тойолһа, ошо видеоны ҡарағыҙ, дуҫтар. Һуғышта ғына түгел, тыныс тормошта ла батырлыҡ өлгөһөн күрһәткән, гелән башҡаларға ярҙам итергә ынтылған нурлы йөҙлө Заһир Вәлиевтың "Яраланғандан һуң" ("После ранения") тип аталған телеграм-каналы бар. Унда ул көндәлек тормошо, һәләк булған һәм һуғышты дауам иткән хәрби иптәштәре, реабилитацияның нисек барыуы тураһында һөйләй, уй-фекерҙәре менән бүлешә, башҡаларҙы ла, бер нимәгә ҡарамаҫтан, алға барырға, ауырлыҡтар алдында бирешмәҫкә өндәй.

Беҙҙең герой!Беҙҙең герой!
Беҙҙең герой!

Клещеевка янындағы алышта ауыр яраланған Заһирҙың һул аяғын табиптарға ампутацияларға тура килә, икенсеһен киҫәктәрҙән йыйып алалар. Иң ҡатмарлы, ауыр саҡта ҡатыны иренә иңен ҡуя: Наталья сабыйын ала ла, үҙе машинала Луганск өлкәһенә, ире ятҡан госпиталгә барып етә. Һуңынан Мәскәүҙә Вишневский исемендәге госпиталдә оҙайлы реабилитация башлана. Һынатмай офицер, протезда йөрөргә өйрәнә, яйлап аяҡҡа баҫа:

"Я прошёл через адскую боль, многочисленные операции, тяжелые моменты отчаяния и одиночества, когда казалось, что силы покидают меня. Но именно этот жестокий и испытательный путь закалил меня, научил принимать каждый вызов судьбы! Каждая трудность стала для меня важной ступенькой на лестнице к великому предназначению. Моя семья - моя крепость и опора, самые дорогие люди на свете - всегда были рядом, и без них я бы никогда не справился. Всем остальным я искренне желаю счастья и мира, а сам выбираю жить светом, добротой и любовью, наполняя каждый свой день смыслом!"

Уның турала яҙма: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-28/ay-batyr-a-ir-za-ir-4479860

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ, дуҫтар! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Фото һәм видео: https://t.me/Zagir_ValeevRF

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас