Ҡырмыҫҡалы районынан пенсионер ҡатын мутлашыусыларға ышанып аҡсаһын юғалта. Зыян - 3 миллион һум.
Полицияға мөрәжәғәт итеп, 65 йәшлек ҡатын бер аҙна эсендә уға билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙар хаҡында һөйләй.
Уны өҫтәмә дәүләт түләүҙәре килергә тейешлегенә ышандыралар һәм снилстың фотоһын төшөрөп ебәреүҙе һорайҙар. Ҡатын шулай эшләй ҙә. Ә һуңынан енәйәтселәр уның иҫәбендәге аҡсаның хәүеф аҫтында булыуын хәбәр итә. Тупланманы һаҡлап ҡалыу өсөн, уларҙы ҡулаҡсаға әйләндерергә һәм ышаныслы кешегә (курьерға) тапшырырға ҡушалар. Ҡатын мутлашыусыларҙың күрһәтмәләрен үтәй һәм өйгә ҡайтҡас, был турала ейәненә әйтә. Егет уға полицияға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә.
Зыян күреүсе полиция хеҙмәткәрҙәре менән эшләү барышында курьер тотола. Ул 40 йәшлек ир булып сыға.
Әлеге ваҡытта РФ ЕК 159-сы статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан буйынса ЭЭМ иҫкәртә: мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн бер нисә ябай, әммә мөһим ҡағиҙәне үтәргә кәрәк. Бер кемгә лә смс-хәбәрҙәрҙән хәүефһеҙлек кодтарын, банк картаһы мәғлүмәттәрен хәбәр итмәгеҙ һәм аҡсаны таныш булмаған иҫәптәргә күсермәгеҙ. Һәр ваҡыт мәғлүмәтте ҡабаттан тикшерегеҙ, бигерәк тә аҡса тураһында һүҙ барғанда, һәм баҫым аҫтында ҡарарҙар ҡабул итергә ашыҡмағыҙ. Телефон йәки интернет аша таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда уяу булығыҙ, әгәр ул шикле булып күренһә, һөйләшеүҙе өҙөүҙән тартынмағыҙ. БР буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ, дуҫтар!
https://max.ru/yeshlek_gazite
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.