Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар , 10:35

Яңы тыуған туғыҙ сабый йәшәп тә өлгөрмәгән!

Бала табыу йортонда 4 ғинуарҙан 12-нә тиклем туғыҙ сабый вафат була.

Яңы тыуған туғыҙ сабый йәшәп тә өлгөрмәгән!Яңы тыуған туғыҙ сабый йәшәп тә өлгөрмәгән!
Яңы тыуған туғыҙ сабый йәшәп тә өлгөрмәгән!

Ҡот осҡос хәл Новокузнецк бала табыу йортонда була.  Бала табыусы ҡатын-ҡыҙҙар абьюз, һүгенеп әрләү  һәм бала тапҡанда тыйылған алымдарҙы ҡулланыуға зарлана. Сабыйҙар респиратор инфекцияларҙан үлә, ә уларҙың береһенең ҡулын санитарка өҙөп сығара.

Әле 1-се Новокузнецк дауаханаһының баш табибы ҡулға алынған. Ул етәкләгәнбала табыу йортонда  яңы тыуған туғыҙ сабый вафат була. Виталий Херасковҡа ете йылға тиклем колония янай. Уның менән бергә яңы тыуған һәм ваҡытынан алда тыуған балаларҙы реанимациялау һәм интенсив терапия бүлеге мөдире лә ҡулға алына. Икеһенә лә РФ Енәйәт кодексының 293-сө статьяһы һәм  109-сы статьяһының 3-сө өлөшө «Профессиональ бурыстарын тейешенсә үтәмәү арҡаһында ике йәки унан да күберәк кешегә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлем килтереү» буйынса ғәйепләүҙәр белдерелә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас