Профессор Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының исеме БДПУ-ның тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Ул 1974 йылда ошо уҡыу йортон тамамлай, 1985 - 1995 йылдарҙа университеттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына етәкселек итә. 1990 йылдар башында Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы тап ошо кафедраны ойоштороуға күп көс һала һәм 1992 йылдан 1995 йылға тиклем факультеттың тәүге деканы була.
Таҡтаташ асыу тантанаһында почётлы ҡунаҡтар, ғалимәнең туғандары, уҡыусылары һәм коллегалары ҡатнашты.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, БДПУ ректоры Салауат Сәғитов:
- Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының иртә китеүе бик йәл. Ул балаларын һәм ейәндәрен тәрбиәләүҙә тағы күпкә өлгәшер һәм башҡорт телен алға этәреүҙә байтаҡ көс һалыр ине. Беҙ уның менән яҡшы эштәр башҡарҙыҡ. Ул һәр ерҙә беренсе булды. Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы нигеҙ һалған башҡорт филологияһы факультеты донъяла берәү. Беҙ уның һыҙған юлын дауам итергә тейеш, - тип белдерҙе.
Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, Фирҙәүес Хисамитдинова "БР дәүләт телдәрен һәм туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу өсөн ныҡлы ғилми нигеҙ һалыусы булып тора.
Был сарала шулай уҡ филология фәндәре докторы, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашты.
- Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы башҡорт телен донъя кимәленә сығарыу өсөн күп көс бүлде. Был эште уның уҡыусылары дауам итер тип ышанам,- тип билдәләне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Телсе-ғалимәгә мемориаль таҡтаташ асыуҙы ойоштороусы Башҡортостандың мәғариф ветерандары советы рәйесе, мәғариф ветераны Фәниә Әсәҙуллина һәм Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының улы Тимур Мөхтәров барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.