

«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһында»ғы БР Законына ярашлы, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаларының һаны 35 кешенән 45-кә тиклем арттырылды, уларҙың вәкәләттәре өс йылдан биш йылғаса оҙайтылды.
Йәштәр йәмәғәт палатаһы составына 10 кеше Башҡортостан Республикаһы Башлығы тәҡдиме буйынса индерелде, тағы ла 10 кеше Дәүләт Йыйылышы Президиумы тәҡдиме буйынса ҡабул ителде. Ҡалған 25 кандидатура конкурс йомғаҡтары буйынса һайлап алынасаҡ.
Конкурсҡа бөтәһе 60-тан ашыу ғариза килгән. Уларҙы тикшереү йомғаҡтары буйынса конкурста 50 кеше ҡатнаша. Улар иҫәбендә – уҡытыусылар, табиптар, йәш ғалимдар, журналистар, спортсылар, эшҡыуарҙар. Конкурсанттар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар.
Фото: gsrb.ru