Әле конкурсҡа илебеҙҙең 13 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Шуларҙың икәүһе - Башҡортостандан. Программа "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" милли проектының "Агросәнәғәт комплексында кадрҙар" федераль проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Грант конкурсында ҡатнашыусы уҡыу йорттары - Аксен һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледждары. Грант уларға инфраструктураны яңыртыу, матди-техник базаны яҡшыртыу, белем биреү программаларын камиллаштырыу мөмкинлеге бирәсәк.
Фото: Минсельхоз РБ.