

шуға күрә трансформатор подстанцияһын яндырырға тәҡдим иткән кеше менән мессенджерҙа хат алыша башлай. Мотлаҡ шарттарҙы үтәгән, шул иҫәптән янғынды видеоға төшөргән өсөн, яндырыусыға 23 мең һум аҡса түләргә вәғәҙә итәләр. Диверсияға әҙерлек барышында енәйәтсене УФСБ-ның оператив хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Уның йәшәү урынын тикшереү барышында енәйәт ҡылыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар һәм матдәләр тартып алына. УФСБ тәфтишселәре ҡулға алынған студентҡа ҡарата «Диверсия» статьяһы буйынса енәйәт эше аса. Был статьяның бер өлөшө егерме йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.