Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Января , 11:50

Хәүефле үҫемлектәр исемлеге төҙөлә

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары республиканың Экология кодексына үҙгәрештәр индерергә йыйына. Шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһының айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында"ғы Законды ла үҙгәртәсәктәр.

Хәүефле үҫемлектәр исемлеге төҙөләХәүефле үҫемлектәр исемлеге төҙөлә
Хәүефле үҫемлектәр исемлеге төҙөлә

Депутаттар яҙғы сессияла яңы закон проектын ҡарай. Документта яҙылғанса, үҫемлектәрҙең хәүефле төрҙәрен тәртипкә һаласаҡтар. Бигерәк тә инвазив йәки ситтән инеп таралған үҫемлектәр контролгә алынасаҡ. Улар беҙҙең экосистема өсөн хәүефле.

Фото: автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас