Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар яратҡан биләмә "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһына ярашлы яңыртыла. Әлегә эш планы күләме 60 процентҡа үтәлгән. Парктың төп йөкмәткеһе һаҡлана, ә яңыларҙан унда мәҙәниә саралар өсөн амфитеатр ҡуйыласаҡ. Әлбиттә, йәшелләндереүгә лә ҙур иғтибар бүленә.
Былтыр яҙын башланған масштаблы төҙөкләндереү быйыл октябрҙә тамамланасаҡ.