

Популяр мессенджерҙарҙың береһендә ҡатынды әңгәмәгә саҡырып, уға «архивты һанлаштырыу» үтергә кәрәклеге тураһында хәбәр итәләр, сөнки ул, йәнәһе лә, эшләүсе пенсионер. Хәбәрҙең үҙендә чат-ботҡа һылтанма була, унда мәғлүмәттәрҙе нисек һанлаштырыу тураһында ентекле мәғлүмәт бар, тиҙәр. Шунан «Әгәр был һеҙ булмаһағыҙ, "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына һылтанма буйынса күсегеҙ» тип яҙыла.
Аңлауығыҙса, ике һылтанма ла муттарҙың тоҙағына алып барған, әммә ҡатын быны тоймай, тәүгеһенә баҫҡан.
Артабан билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килә. Шылтыратыусы ҡыҙ зыян күреүсегә уның "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы аккаунты ватылыуы тураһында әйтә. Бер нисә минуттан тағы шылтыраталар. Аферистар үҙҙәрен «федераль ҡаҙналыҡтың баш эксперттары" тип таныштыра һәм пенсионерҙы илгә хыянатта, миллион һумдарҙы дуҫ булмаған илдәргә ебәреүҙә ғәйепләп, ФСБ енәйәт эше ҡуҙғатҡан, тип хәбәр итә, аҡсаны тиҙ арала "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә ҡуша. Ҡатын уларҙың һәр һүҙен үтәй.
Әйткәндәй, ҙур сумманы тулайым бирһендәр өсөн ҡатын банк хеҙмәткәрҙәрен, фатир, яҡындарыма бүләктәр һатып алам, тип алдай (енәйәтселәр өйрәтә). Үҙенең ҡыйбатлы биҙәүестәрен дә һатып, аҡсаһын муттарға һала...
Ә Бәләбәй районынан 79 йәшлек әбейҙең 6,5 миллион һум аҡсаһын урлағандар...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.