Павловка һыуһаҡлағысында ҡотҡарыусылар һыуыҡтан аңын юғалтҡан 15 йәшлек ҡыҙҙы тапҡан. Ҡыҙ атаһы менән Өфөнән һыуһаҡлағысы ярындағы туркомплексҡа ял итергә барған була. Иртәнсәк ул сәйәхәткә сығып китә һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Эҙләү уңышһыҙ тамамланғас, атаһы ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Ҡотҡарыусылар ҡыҙҙы һыуһаҡлағыстың уртаһында иҫһеҙ килеш табалар. Уны ашығыс рәүештә эвакуациялайҙар, йылыталар, беренсе ярҙам күрһәтәләр һәм табиптарға тапшыралар.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул аҙашҡан һәм кире ҡайтыу юлын таба алмаған, был һыуыныуға һәм аңын юғалтыуға килтергән.