Клуб мөдире, ауыл советы депутаты Фәнүзә Ғалип ҡыҙы Дәүләтованың ошо изге эштәр тураһында яҙмаһын иғтибарһыҙ ҡалдыра алманыҡ.
- Ауылыбыҙҙың егәрле егеттәре Тимур Суфьянов, Данил Дәүләтов, Юлай Рәхмәтуллин МХО-ла батырҙарса һәләк булған егетебеҙ Вәсил Ғималовтың әсәһе Хәсибә апайҙың ишек алдын ҡарҙан "һә" тигәнсе таҙартып та ҡуйҙылар! - тип яҙа Фәнүзә Ғалип ҡыҙы. - Афариндар! Малайҙарға матур теләктәрен, һаулыҡ теләп ҡыуанып ҡалды Хәсибә апай! Гел шулай ярҙамсыл булығыҙ! Ил-йорттарыбыҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын! Бергә һәм берҙәм булайыҡ, ауылдаштарым!
Был изге теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ! Маладис, егеттәр! Ҡушыйҙарҙың әүәлдән шәп, ярҙамсыл, ихлас күңелле булыуҙары билдәле. Йәш быуындың өлкәндәрҙән өлгө алып, ярҙамға мохтаждарға битараф ҡалмай, кешелекле булып үҫеүенә шатбыҙ.
Батыр, рухлы улдар тәрбиәләгән ата-әсәләргә дан!
Фото: https://vk.com/public112155060