

Стәрлетамаҡтан бер ҡыҙ, колледж студенты, Өфөгә барыр өсөн водитель эҙләгән. Уның үтенесенә билдәһеҙ кеше яуап бирә. Шарттар тураһында һөйләшеп, ир мессенджер аша алдан түләү өсөн һылтанма ебәрә. Бер ни ҙә һиҙмәйенсә, зыян күреүсе һылтанма буйынса банк картаһы реквизиттарын индергән. Бынан һуң зыян күреүсенең картаһынан бөтә булған аҡсаһын - 11 мең һумды урлағандар...
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Полиция иҫкәртә: бер ҡасан да водителдәр ебәргән һылтанмаларға баҫмағыҙ. Мутлашыусылар һеҙгә ҡушымта аша ғына түгел, ә тышҡы һылтанма, телефон номеры йәки почта аша түләүҙе һорай ала. Енәйәтселәр даими рәүештә яңы схемалар уйлап таба, аҡсағыҙҙы урларға, картағыҙ мәғлүмәттәрен белергә тырыша. Сәфәр аҙағында ғына юл хаҡын түләгеҙ.