Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Января , 04:30

Сәйәхәт мауыҡтырғыс булды

Күгәрсен районындағы "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркы туристар өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләй. Яңы йыл каникулының матур бер көнөндә биләмәлә йәшәгән зубрҙарҙы күрергә республиканың төрлө тарафынан һәм Ырымбур өлкәһенән ҡунаҡтар килгән.

Сәйәхәт мауыҡтырғыс булдыСәйәхәт мауыҡтырғыс булды
Сәйәхәт мауыҡтырғыс булды
Оло Эйек буйында, ҡаялары менән һоҡландырған был тәбиғи территорияла Белоруссиянан килтерелгән зубрҙар көн итеүен белбәеҙ. Уларҙың дүртәүһе туристарға күрергә уңайлы булһын өсөн махсус вольерҙа тотола.
Парктың экологик яҡтыртыу буйынса методисы Гөлназ Туймөхәмәтова әйтеүенсә, был хайуандарҙы күрергә теләүселәр һаны арта икән. 
- Элегерәк Мораҙымға мәмерйәгә килһәләр, хәҙер ғаиләләр Башҡортостандан ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан да килә, - ти белгес.
Зубрҙарҙың тарихи популяцияһын тергеҙеү БР Башлығы радий Хәбировтың инициативаһы менән ғәмәлгә ашырыла.
Әйткәндәй, беҙҙә биш зубр быҙауы тыуған да инде. Урындағы һауа шарттарына яҡшы яраҡлашалар.
Фото: Минэкологии РБ.
Сәйәхәт мауыҡтырғыс булды
Сәйәхәт мауыҡтырғыс булды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас