Ҡоторған хайуанды тотоу һәм хәлде баһалау өсөн ваҡиға урынына шунда уҡ дәүләт һунар инспекторы, ветеринарҙар, район полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге вәкиле бара.
Бер аҙҙан ҡулға алынған һеләүһен үлә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уның үлеме сәбәбе – ҡотороу ауырыуы ихтималлығы. Был лаборатория тикшеренеүҙәренән һуң билдәле буласаҡ.
Йәрәхәтләнгән ҡыҙҙы шунда уҡ Благовещен дауаханаһына алып барып, тәүге ярҙам күрһәтәләр, әле бала өйҙә дауалана.