Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар , 06:45

Үҫмер әсәһен иҫерек күршеһенән яҡлай

Ҡыҙғанысҡа күрә, ул алынған йәрәхәттәрҙән  вафат була.

Үҫмер әсәһен иҫерек күршеһенән яҡлайҮҫмер әсәһен иҫерек күршеһенән яҡлай
Үҫмер әсәһен иҫерек күршеһенән яҡлай

Билдәле булыуынса, был ҡот осҡос  хәл Северодвинскта май айында була: иҫерек күрше үҫмерҙең әсәһенә бәйләнә. Иван ғәзиз кешеһен яҡлай, һуҡмыш ир уның башына өс тапҡыр гантель менән һуға. Үҫмерҙең баш һөйәге, мейеһе ауыр йәрәхәтләнә. Һөҙөмтәлә бала комаға китә һәм бер нисә операция үткәрә. Дауалау Санкт-Петербургта, Марфо-Мария монастырында һәм Рошаль исемендәге клиникала уҙған.  Октябрҙә  Иван Крапивинға 16 яшь тулған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫмер  алынған ауыр йәрәхәттәрҙән яңыраҡ Мәскәү дауаханаһында йән бирә.

Уның үлеме хаҡында бер туған ағаһы социаль селтәрҙә хәбәр итә.

– Бөгөн Ваня яҡты донъя менән хушлашты… Быны ҡабул итеп булмай, – тип яҙа ул туғаны хаҡында.

Һуңғы көндәрҙә Иван реанимацияла ауыр, ләкин тотороҡло хәлдә була.  

Ауыр хәлдәге үҫмерҙең янына Рәсәйҙең бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Анна Кузнецова ла килә. Алданыраҡ енәйәт эшен Тикшереү комитеты рәйесе Александр Бастрыкин тикшергән.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас