Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар , 21:00

Ғүмер берәү

Ғүмер берәү, ғүмер берәү генә - Ыҙғышмайыҡ, өйҙән ҡот китер. Бер туғандар менән аңлашырға Йылы ҡараш, наҙлы һүҙ етә.

Ғүмер берәү
Ғүмер берәү

Ғүмер берәү, ғүмер берәү генә -
Изге булһын күңел, уйығыҙ.
Берегеҙ оло, берегеҙ кесе булып,
Аҡыл төйнәп кәңәш ҡороғоҙ.

 

Бер йылы һүҙ йәнгә дауа, тиҙәр,
Бер ауыр һүҙ яра йөрәкте.
Юғалтмайыҡ йәшәү ышанысын,
Туған тойһон беҙҙең терәкте.

 

Ғүмер берәү, ғүмер берәү генә -
Яҡты булһын үтер юлығыҙ.
Туғандарға бер осрашыу етә,
Һүрелмәһен йөрәк ҡуҙығыҙ.
Ғүмер берәү, ғүмер берәү генә!

 

Нәзирә Ишҡолова

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас