Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар , 11:00

Юлдарҙың төҙөклөгө — беҙең иң ауыртҡан мәсьәлә

Башҡортостан Республикаһының транспорт министры Любовь Минакова "Рәсәй24.Башҡортостан" телеканалында "Интревью" телетапшырыуында йыл йомғаҡтары менән таныштырҙы. 

Юлдарҙың төҙөклөгө —  беҙең иң ауыртҡан мәсьәлә
Юлдарҙың төҙөклөгө — беҙең иң ауыртҡан мәсьәлә

   — Тармаҡ бик ҡатмарлы, мәсьәләләр һәм һорауҙар бик күп.  Юлдар төҙөлөшө, уларҙы төҙөкләндереү, йәғни бөтә категория автомобиль юлдарын норматив хәлгә килтереү,  йәмәғәт транспорты,      Рәсәй тимер юлын һәм авиаюлдар, шулай уҡ һыуҙар, бер һүҙ менән генә әйтәм, әммә барығыҙ ҙа аңлап тора уларға бөтә  республика йылғалары инә, ә юлдар кеүек үк улар беҙҙә бик күп   –  былар барыһы ла беҙҙең тармаҡҡа ҡарай.

Башҡортостан   юлдар селтәре буйынса  Рәсәйҙә икенсе урынды биләй.  Республика буйлап  800 километрҙан ашыу ғына федераль трасса үтә. Тағы ла 13500-ҙән ашыу төбәк трассаһы һәм  35000 километрҙан ашыу урындағы юлдар.   Хәл итәһе мәсьәләләр бик күп. Беҙ әле “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса эшләйбеҙ.  Ошо проект сиктәрендә 330 км автомобиль юлын нормативҡа ярашлы тәртипкә килтерҙек.   Программанан тыш, дөйөм алғанда иһә 700 км юлды  төҙөкләндерҙек.  Бынан тыш,   1000 погонлы  метрҙан ашыу күпер  тәртипкә килтерелде.   Күперҙәрҙе төҙөү һәм  төҙөкләндереүҙең күп сығымдар талап итеүен иҫәпкә алғанда, был да бик яҡшы күрһәткес.  Әле муниципаль беремектәр менән алдағы биш йыллыҡта төҙөкләндереләсәк юлдарҙы билдәләйбеҙ. Ул урындағы юлдар һәм 2026 йылдан ҙур төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.

Йәмәғәт транспортына килгәндә, 2030 йылға тиклем беҙ республиканың бөтә хәрәкәт итеүсе составын яңыртырға тейешбеҙ.  Әлегә тиклем дә бик күп яңы автобустар алынды, әммә яңыртыу дауам итәсәк. Өфөлә электротранспорт та үҫешә. Өфөләге трамвайҙарға килгәндә, ҡала менән берлектә  өс йыл дауамында рельстарҙы һәм тармвайҙарҙың хәрәкәтен тәьмин итеүсе электр сымдарын тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Мәскәүҙән яңы трамвайҙар алына. Яңы аҡ трамвайҙар. Баш ҡала урамдарында уларҙы күргәнегеҙ барҙыр.  Троллейбустарҙың да селтәре төҙөко ләндерелә, шулай уҡ яңыртыла. Был эш башланған һәм дауам итәсәк.

Шуныһы ҡыуансылы, беҙ башҡарған эштәрҙе халыҡ күрә. Мәҫәлән, Өфөләге Пугачев урманыдағы юлдың төҙөкләндерелеп, файҙаланылыуға тапшырылыуы һөҙөмтәһендә генә халыҡтан бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишеттек.

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас