— Йыл ауыр, әммә һөҙөмтәле булды. Беҙ темпты һаҡлап ҡала алдыҡ, төп проекттарҙың береһен дә туҡтатманыҡ һәм алдағы үҫеш өсөн дә эштәр эшләнде, – тине ул. – Санкцияларға бәйле, ҡатмарлы мәлдәр булды, темптың яйлаған сағы ла, әммә предприятиелар туҡтаманы. Йыл аҙағына хатта үҫеш тә булды. Биш йыллыҡ осорҙо алғанда, үҫеш 25 процент тәшкил итте. Әлеге еңел булмаған осорҙа ул яҡшы күрһәткес.
Пилотһыҙ осоу аппараттарын етещтереүҙе 6 мең берәмеккә еткерергә тигән бурыс ҡуйҙыҡ, артығы менән үтәнек. Ауыр дрондар сығара башланыҡ.
Кесе технология компанияларын төҙөйбеҙ: элек улар 50-гә яҡын булһа, быйыл улар 100-ҙән ашты. Сәнәғәткә инновацияларҙы әүҙем индерәбеҙ, ғилми үҙәктәр, университеттар, Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге менән эшләйбеҙ. Төбәктәрҙең ғилми-технология үҫеш рейтингында 7-се урынға күтәрелдек. Иң мөһиме – ғилми проекттар ысынбарлыҡтағы эшҡыуарлыҡ талаптарына бәйләнгән: Башнефть, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, машиналар төҙөлөшө. “Өҫтәл” өсөн генә түгел.
2025 йылда полимерҙарҙы суперйотоусы илебеҙҙәге тәүге завод төҙөлә башланы. Завод Салауат ҡалаһында төҙөлә, 100-гә яҡын белгес кәрәк буласаҡ. Бындай һәр проект өсөн беҙ алдан колледждар һәм вуздар аша кадрҙар әҙерләй башлайбыҙ.