+16 °С
Облачно


Өфө эргәһендә BMW X5 һәм Оpel Astra машиналары бәрелешә, аварияла Опель водителе һәләк була.
Был аяныслы хәл бөгөн кис Өфөнөң Көнбайыш урау юлында була.28 йәшлек "Опель Астра" водителе боролош яһағанда 43 йәшлек ир идара иткән " BMW Х5" машинаһы менән бәрелешкән. "Опель" водителе авария урынында вафат була, ә уның пассажиры дауаханаға оҙатыла.